#башдонъя#файҙалыкәңәш — 10 ноября 2025 г. в 05:01:42.650
#башдонъя#файҙалыкәңәш Был паста универсаль, уны һауыт-һаба йыуырға, сантехниканы таҙартыу өсөн ҡулланырға була. Шыйыҡса ни бары өс компоненттан тора һәм иң мөһиме аллергияға юл ҡуймай, тимәк, экологик яҡтан да таҙа тигәнде аңлата. Ябай кер һабынын эре ҡырғыс аша үткәреп, 100 грамм һабынға 100 грамм ҡайнар һыу өҫтәргә. Артабан һабын иҙелеп бөтөп күбекләнгәнсе туҡырға, һуңынан 100 грамм сода өҫтәргә. Һөҙөмтәлә паста барлыҡҡа килә. Бында шулай уҡ үҙегеҙгә оҡшаған эфир майы өҫтәргә лә була. Паста һауыт-һабаны, раковина, ваннаны таҙартыуға ҡулай. Бигерәк тә майлы урындарҙы шәп таҙарта, кафелде һөртһәң дә ялтырап китә.

