☺ ҺАУАЛАҒЫ ТОРНА — 19 июня 2026 г. в 05:29:40.818
☺ ҺАУАЛАҒЫ ТОРНА Күңелең аҙмаһын да, урыныңдан ҡуптарылма икән ул. Йәш саҡта үҙеңдең яртың итеп һайлап алғас, шунан башҡаға күҙ атмай ғына, йөрәгеңдәге һөйөү-наҙҙы ситкә һипмәй үҙ хәләлеңә генә арнап, яҡшы яҡтарын хуплап, уның һинең өсөн иң кәрәкле кеше икәнен һәр саҡ аңғартып, оҡшамаған яҡтарын дөрөҫ юлға бороп, һөйөп-йылмайып, уның йөрәгендә үҙеңә ҡарата тик яҡшы хистәр уятып ҡына йәшәргә кәрәк икән. Сөнки өлкәнәйә килә, ҡырҡ йәштәрҙе үтә башлаһаң, һайларлыҡ, өйрәнеп китерлек иш табыуы ҡыйын. Ир-аттың был йәштәрҙә ҡайһыһы эскегә бирелгән, ҡайһыһы ауыр эштән йәмһеҙләнгән, ҡайһыһы дөрөҫ тормош алып бармауҙан ауырыуға әйләнгән, өйләнмәй йөрөгәндәре тағы ла ҡыйыуһыҙланған була. Төҫ ташламаған матур ҡиәфәтле, эшлекле ирҙәр иһә ғаиләле.👉 https://kungak.ru/news/fate-life/2026-06-19/auala-y-torna-4724021

