Студент саҡта бер һабаҡташым: “Башҡаһы-башҡа, әммә мин эскесе булып китеүҙән ҡурҡам”, –... — 19 июня 2026 г. в 02:48:09.201
Студент саҡта бер һабаҡташым: “Башҡаһы-башҡа, әммә мин эскесе булып китеүҙән ҡурҡам”, – тигәйне. Эсмәгән кеше нисек эскесе булһын, тип һүҙен мәрәкәгә борғас, ул ҡыҙ: “Атайым төшөрөргә әүәҫ. Туғандар араһында ла эсеүселәр күп. Йәшәй торғас, бәлки, мин дә мауығып китермен, ә аҙаҡ был бәләнән ҡотола алмаҫмын тип борсолам...” – тип бик тә ғәжәпләндергәйне. Шөкөр, ул лайыҡлы тормош кисерә, ғаилә ҡороп, балалар тәрбиәләй, донъя көтә. Мәгәр уның хәтерҙә уйылып ҡалған һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар: эскелектән ҡурҡыу зарур. Ҡурҡыу ғына түгел, спиртлы эсемлектәргә ҡарата үҙеңдә һәм яҡындарыңда ытырғаныу, нәфрәт тойғоһо тәрбиәләү мөһим, сөнки ҡәһәрле ғәҙәт йәшен-ҡартын да, байын-ярлыһын да аямай, күптән замана афәтенә әүерелгән. Журналист юлында төрлө кешеләр осрай. Бер шулай урта йәштәрҙәге олпат ир менән эш буйынса аралашырға тура килгәйне. Әммә һөйләшеү бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа боролоп китте. Уның һөйләгәндәре башҡаларға фәһем булһын: “ Эскелек – сир, ул “йоҡһа”, дауалау ҡатмарлы, ҡотолоу юлы юҡ, тип әйтһәң дә була. Был хаҡта үҙемдән сығып әйтәм, сөнки мин – алкоголик, бар тормошом эскелеккә бәйле һәм һәр көнөм үҙ-үҙем менән көрәш. Мин әлеге ваҡытта ҡәҙимге тормош алып барһам да, мейем барыбер эскесенеке, эскеселәрсә фекер йөрөтәм. Әлбиттә, шараплы стаканға үрелмәү, көндө айыҡ үткәреү өсөн иҫ киткес ихтыяр көсө, әҙәмсә итеп, матур тормошта йәшәргә теләк менән бергә, тирә-йүндәгеләрҙән аңлап ҡабул итеү ҙа кәрәк. Ҡыҫҡаса әйткәндә, минең тарихым түбәндәгесә: https://tamasha-rb.ru/articles/obshchestvo/2024-02-07/tanysh-buly-y-min-eskese-3634423?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk

