‼Ваҡыт. Тамара Ғәниева — 18 июня 2026 г. в 12:09:05.332
‼Ваҡыт. Тамара Ғәниева - Фамилияһы кем ауырыуҙың, нисә йәш? - Белмәйем. - Ә кем белә? - Уныһын да белмәйем. Урамдан алып килдек. Ерҙә ята ине. - Вәт теңкәгә тейәһегеҙ һеҙ. “Тиҙ ярҙам” машинаһы больницаға бомждарҙы ташыуҙан ҡасан туҡтар һуң?- Бәй, бүтән ҡайҙа ҡуяйыҡ? Махсус дауахана юҡ бит. Шылтыраттылар. Килдек. Ерҙә ята ине. - Ә кем шылтыратты? - Ғәлиев. Урам буйлап китеп барғанда ерҙә ятҡанын күргән дә шылтыратҡан. Беҙ килгәндә янында ине. Документтары юҡ. Кем икәне билдәһеҙ. Әҙәм балаһы бит. Тере. Ташлап китәйекме ни? Мин киттем. - “Тиҙ ярҙам” врачы китә башланы. - Туҡта әле! - Дауахананың дежур врачы коллегаһына йәнә ниҙер әйтмәксе булды ла тыйылды. - Йә ярар... Ауырыу һушһыҙ. “Приемный покой” ҙа уҡ анализ өсөн ҡанын алдылар, ЭКГ эшләттеләр. Анализдарға ҡарағанда инсульт булғанға оҡшай. Инәнән тыума сисендерҙеләр ҙә реанимация бүлегенә индереп тын алыу аппаратына, бәүел катетрына тоташтырҙылар, система ҡуйҙылар. Иртәгәһенә бүлектең етәксеһе врачтарҙы йыйҙы. Йә, нишләйбеҙ? Кем булһа ла дауаларға кәрәк. Медицина полисы юҡлығын район хакимиәтенең сәләмәтлек бүлегенә әйтергә лә... Резервтан аҡса бүлерҙәр. Былай ҙа етер-етмәҫ аҡса ана шундай бомждарға тәләфләнә инде. Невропотолог, кардиолог, нейрохирургтарҙы йыйып консилиум үткәрҙеләр. Дауалау комплексын билдәләнеләр. Йәше 45-49 тирәһелер. Ул йәштә организм көслө була. Бәлки, ипкә килер. Ҡулында якорь һүрәте бар. Морякмы икән? Моряктыр, сөнки якорь һүрәтен бүтән кеше беләгенә һалдырырға йөрьәт итмәҫ ине. Станциянан “Тиҙ ярҙам”ға шылтыратҡан Ғәлиевтың телефонын һорап алып йәнә ҡапшап ҡаранылар. Бәлки беләлер был кешене, мәшәҡәтенән ҡурҡып ҡына белмәмешкә һалышып, башынан себен осоралыр. Уныһы ныҡ тора. “Ҡайҙан беләйем мин ул кешене, ерҙә ятҡанын күреп йәлләнем, башта милицияға хәбәр итәйем тигәйнем, кире уйланым, сөнки маңлайы йылы ине. Тимәк, тере. Шуға “Тиҙ ярҙам” саҡырттым. Шул ғына...” Дауамы 👉 https://kungak.ru/news/literature/2026-06-18/va-yt-tamara-nieva-4722931

