💝 МИНЕҢ ЯМҒЫР — 18 июня 2026 г. в 12:20:07.817
💝 МИНЕҢ ЯМҒЫР – Минең ямғыр яуа! — Ләйсән апай уйнап ултырған еребеҙҙән атылып тышҡа сығып китте. Мин артынан йүгерҙем. – Минең ямғырҙы күрәһеңме, Зилүк?! Ишек алдыбыҙҙың йәм-йәшел ҡуйы үләнендә һикереп йөрөгән Ләйсән апайға аптырап ҡараным. – Ниңә ул һинеке булһын?! Ә ни эшләп минеке юҡ? – Был ямғыр — Ләйсән ямғыры. – Ҡайҙан беләһең? – Ҡара һуң, ҡояш та бар, ямғыр ҙа яуа! Ошондай ямғырҙар Ләйсән ямғыры була. Ысынлап та, ямғыр яуып тора, ә ҡояш шулай уҡ йылыта. Нисек улай була ул? Әллә болоттар юҡмы икән тип башымды өҫкә күтәрҙем. Ҡояш күҙҙе сағылдырҙы. Дауамы 👉 https://kungak.ru/news/literature/2026-06-13/mine-yam-yr-4717571

