Гөлсәсәк бер тапҡыр ҙа үҙенең тормошона зарланғаны булманы. Шуға ла туғандары әлегәсә З... — 10 июля 2026 г. в 09:51:08
Гөлсәсәк бер тапҡыр ҙа үҙенең тормошона зарланғаны булманы. Шуға ла туғандары әлегәсә Заһирҙы тик яҡшы яҡтан ғына белде. Ә теге юлы ауылға ҡайтҡандарында кейәүенең холҡон күреп аптыраған әсәһе, ҡыҙын алып ҡалырға булып: “Мин иренән туҡмалып йәшәһен өсөн ҡыҙ үҫтермәгәнмен”, – тигәйне. Ул саҡта ла Заһир, һәр ваҡыттағыса анттар биреп, ғаиләһен үҙе менән алып ҡайтты. Йоҡо бүлмәһенә инеп бикләнгән бисара ҡатын, ул кисте иренең тауышы тынғас ҡына, бүлмәһенән сыҡты. Иҫерек Заһир иҙәнгә һуҙылып ятып, ҡаты йоҡоға талғайны. Балалар тауышланмай ғына телевизорға текәлгән. Тын ғына ултырып, балалары менән киске аш ашанылар. Ошо кистән һуң Заһир йыш ҡына иҫереп ҡайта ла, бер сәбәпһеҙгә ҡатынын көнләшеп, бәйләнергә тотонор ине. Бергә эшләгән иптәштәре лә ярҙам иткәндер уға. Араларында шаяртҡан булып, күңеленә ҡотҡо һалыусылар юҡ түгел бит. Ҡайтҡас ғаиләһендә тауыш ҡуптарыр, тип уйламағандарҙыр. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2024-03-20/ara-at-ara-bula-3694014