📍ЫШЫҠТАҒЫ ҒИШЫҠ — 18 июля 2026 г. в 07:51:09.003
📍ЫШЫҠТАҒЫ ҒИШЫҠ Иртән уянғас та көн ябай ғына булмағанын аңланы Фәрҙиә. Һуңғы арала төшө буталып, төн уртаһында баҫлығып уяныуҙары тиктәҫкә түгел бит инде. Әсәһенең, төштөң муйыны ҡылдан нәҙек, ә башы ҙур булыр, ҡайһылай юрайһың, башы шул яҡҡа һалынып төшөр, шуға күрә ниндәй генә төш күрһәң дә хәйерлегә юра, тигәнен иҫләһә лә, бер нисек тә яҡшыға юрай алманы уны бөгәсә. Күрәҙәлек иткән, киләсәкте әйткән төш икәнлеген белер, аңлар ғына тормош тәжрибәһе бар бит инде уның. Төшө, ысынлап та, ябай түгел. Уны йәш сағында ла күреүен, әсәһенә һөйләгәс, сәсәкле шәлъяулығын һандығынан алып, ҡыҙының башынан-күҙенән бер нисә рәт өйөрөлтөп, күрше әбейгә төш хәйере итеп индерергә ҡушҡанын да бик яҡшы хәтерләй ул. ↘️https://kungak.ru/news/fate-life/2026-07-18/yshy-ta-y-ishy-4755040

