Бала табыу йорттарында яңы тыуған сабыйҙарын ташлап китеүсе кәкүк әсәйҙәр тураһында йыш... — 18 июля 2026 г. в 07:28:10.027
Бала табыу йорттарында яңы тыуған сабыйҙарын ташлап китеүсе кәкүк әсәйҙәр тураһында йыш ҡына уҡырға тура килә. Үҙемдең дә хәтеремә бер нисә йыл элек таныш ҡатындың һөйләгәндәре ҡылт итеп килеп төштө.Был хәл 2000 йылдың баштарында булған. Бишенсе бәпәйен табырға йөрөгән Земфира (исеме үҙгәртелде) ваҡытынан алдараҡ ауырып китеп, бала табыу бүлегенә килә. Сабыйының тыуырына бер ай самаһы булыуға ҡарамаҫтан, ҡатынды тулғаҡ тота башлай. Ярты көнләп ваҡыт үткәс Земфираның улы донъяға ауаз һала. Малай сибек кенә булып тыуа. Шуға ла ҡатынға бала табыу бүлегендә оҙаҡ ятырға тура килә.Шул ваҡыт эсендә ошонда булған шаҡ ҡатырғыс хәлдең шаһиты булырмын тип уйланымы икән йөклө ҡатын дауаханаға килгәндә? Юҡтыр. Әле һаман да ваҡыты-ваҡыты менән йәш сабый илаған тауыш ишетһәм, тертләп китәм, тигәйне миңә ошо серҙе асҡан сағында әңгәмәсем. Улын табыуға өс көн тирәһе үткәс, коридорҙан килгән сеңләп илаған сабый тауышын ишетеп аптырай Земфира. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-07-13/b-pes-tauyshy-aman-sy-lay-ola-ymda-bul-an-h-l-4749905

