Таулы ауылы йөҙгә яҡын өйҙән тора. Уны урманлы тауҙар уратып алған. Бында телефон тотма... — 18 июля 2026 г. в 05:28:23.897
Таулы ауылы йөҙгә яҡын өйҙән тора. Уны урманлы тауҙар уратып алған. Бында телефон тотмай, интернет үтмәгән, һаман мейескә утын яғалар. Мәктәп, медпункт, балалар баҡсаһы тураһында һүҙ ҙә юҡ, сөнки улар юҡ. Һалым түләргә кәрәкмәһә, дәүләт Таулының бар икәнен белмәҫ тә ине. Бөтә эшһеҙ ауылдағы, ғәфү итегеҙ, бөтә республикалағы кеүек, таулылар ата-бабалар кеүек мал тотоп көн күрә, йола һаҡлай. Улар шул тиклем эшһеҙ өйрәнгән, хатта ниндәй генә аҡсаға ниндәй генә эш тәҡдим итмә, яуап бер: “Мин ул ғына аҡсаны мал, йәйен емеш-еләк, май һатып, бер-ике көндә эшләй алам,” — ти ҙә ҡуялар. Ауыл кешеләренең район үҙәгенән дә алыҫыраҡ киткәне юҡ. Бар туғандары – ошо уҡ йә күрше ауылдарҙа. Донъя хәлдәре уларҙы ҡыҙыҡтырмай, донъя ла улар менән ҡыҙыҡһынмай, бар ҡайғылары ошо ауылдан ары китмәй. Таулы ҡыш буйы йоҡлаһа, йәйгеһен терелеп китә: баҡса үҫтереү, бесән эшләү, мал көтөү, емеш-еләк йыйыу... Етмәһә, төндәрен бер нисә бөртөк йәш-елкенсәк ауылды гөрләтә: усаҡ яғалар, ҡысҡыртып йыр тыңлайҙар, матайҙа сабалар, уларға күрше ауылдан киләләр, үҙҙәре лә күрше ауылға бара. Бына бөгөн дә, июлдең йылы төнөндә, “ауылдың киләсәге” тип һаналған йәштәр берҙән-бер күңел асыу сараһы – усаҡ яғыу менән булыша. Бындай “ултырыштар” ауылдан биш йөҙ метрҙай ситтә урынлашҡан ҡуйы булмаған урман уртаһындағы яланда, йыуан ҡайын аҫтында үтә. Был урында ошо йәштәрҙән алда уларҙың апай-ағайҙары, тағы ла алдараҡ, йәғни үткән быуатта, атай-әсәйҙәре күңел асҡан, ә уларҙан да алдараҡтар өсөн инде ауылда клуб булған. Усаҡ янында бөгөн ике егет кенә күңел аса. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-07-13/t-pk-l-auyl-4749896

