Бер мәл Өфөнән Бөрйәнгә бер йәш етәксе (исем-шәрифе сер булып ҡалһын, сөнки ул миңә был... — 18 июля 2026 г. в 04:42:11.874
Бер мәл Өфөнән Бөрйәнгә бер йәш етәксе (исем-шәрифе сер булып ҡалһын, сөнки ул миңә был хәлде сер итеп һөйләгәйне) халыҡ менән осрашыуға килгән. Урындағы ер-һыу атамаларының үҙенсәлеген белмәү арҡаһында ошондай ҡыҙыҡ хәлгә тарыған ул. Әйткәндәй, башҡа райондарҙа нисектер, ә бына Бөрйәндә һәр ауыл ике исем йөрөтә. Аҫҡар һәм Исламбай ауылдарының ғына исемдәре берәү, буғай. Уңайы сыҡҡанда ауылдарҙың рәсми һәм халыҡ исемдәрен һанап китәйек әле. Белгәндәргә - иҫкә төшөрөү, белмәгәндәргә - өйрәнеү булыр. Әгәр ҙә мәгәр яңылыш-фәлән яҙһам, төҙәтеүҙәрҙе көтөп ҡалам. Монасип ауылын халыҡ Кепес тип йөрөтә. Ҡасандыр Монасип ауылынан тағы ике ауыл барлыҡҡа килгән. Был ауылдар рәсми ҡағыҙҙарҙа Яңы Монасип һәм Иҫке Монасип исемдәре менән билдәле. Ә халыҡ телендә улар Мишәр һәм Һарт тип атала. Әбделмәмбәт ауылы - Ҡыпсаҡ, Бәләкәй Ҡыпсаҡ - Кордон, Һарғая - Үрге заповедник, Килдеғол - Һарағы, Яуымбай - Ҡайынуй (Ҡайынөй), Мәһәҙей - Түңгәүер, Мораҙым - Аратау (Әптүшкин), Тимер - Аралбай, Байназар - Истамкин, Нәби - Ҡуян, Ҡурғашлы - РТС, Иҫәнғазы - Күскәрбәк, Йәрмөхәмәт - Маҙалы, Иҫке Мөсәт - Ҡомйылға (Улаҡ), Ғәлиәкбәр - Иҫке Ыҙма, Брәтәк - Ятап, Кейекбай - Баштире, Мәҡсүт - Уашаш (Вашаш), Ғәҙелгәрәй - Шүлгән, Ҡотан - Таш мәсет (Мәсетле), Ырғыҙлы - Завод, Ишдәүләт - Ябаҡ, Үрге Нөгөш - Ямаш, Мәндәғол - Ҡолбахты, Яңы Собханғол - Янһары (Ҡомйылға тамағы), Иҫке Собханғол - Бөрйән (Алағуян тамағы), Яңы Усман - Тарыуал, Баҙал - Финляндия, Яңы Мөсәт - Берлек (Алағуян башы, Япония). Ә һөйләйәсәк хәбәр Баҙал һәм Яңы Мөсәт ауылдары исемдәренә бәйле. Уларҙы бөрйәндәр Финляндия һәм Япония тип йөрөтә. Был исемдәргә беҙ күнегеп тә бөткәнбеҙ. Ә бына ситтән килгән кешегә... Ә хәҙер Өфө ҡунағының һөйләгәнен тыңлайыҡ әле. Әйткәндәй, Баҙал биҫтәһе район үҙәгенә ҡарай. Шуға күптәр Финляндиянан, әй, Баҙалдан ер алырға, унда өй төҙөргә тырыша. Ней тиһәң дә, район үҙәге бит. ...Ишекте һаҡ ҡына туҡылдатып, "Мөмкинме, балам, мөмкинме?" тип, бүлмәгә апаруҡ ҡына йәштәге оло апай, дөрөҫөрәге, инәй килеп инде. Күрһәткән ултырғысҡа ултырғас, башындағы яулығын рәтләй һалды, кейемдәрен һыпырғылаштырып ҡуйҙы. Аҙаҡ устарын бер-береһенә ҡуйып, ауыҙ эсенән генә ниндәйҙер доға уҡып алды. Шунан миңә борола төштө. Әй, бында һин дә бар бит әле, тигәндәй, миңә бер аҙ текләп ултырҙы ла ихлас йылмайып ебәрҙе. - Һау ғынамы, балаҡайым, һау ғынамы! Хәлдәрең нисек, улым? Иртән тамағыңа ашап алдыңмы, исмаһам? Беҙҙе ҡайғыртып, ер аяғы - ер башы ерҙән килеп еткәнһең бит. Имен-аман ғына йөрө инде, балам... Һүҙҙең оҙонға китерен самалап, тамаҡты ҡыра биреп ҡуям. - Ней йомош ине, инәй. Инәй бер аҙға туҡтап ҡала. Шунан тағы йылмайып ебәрә. - Ер тип йөрөйөм, балам, ер тип йөрөйөм. Улыма әйткәйнем, баралмайым, тей. Эшенән ебәрмәгәстәр, баралмайҙыр шул (көрһөнөп ҡуя). Киленгә әйткәйнем, ваҡытым юҡ, тей (ҡуй инде, тигән һымаҡ ҡулын һелтәп ҡуя). Унысама бала менән ваҡыты ла юҡтыр инде. Береһенән береһе бәләкәй дүрт бала менән мәж килә ул. Шуға, аптырап, үҙем килдем, балам. Мәйтәм, моғайын, ауыҙға һуғып сығармаҫтар. Барайым, белешәйем, тип килдем әле. Мин бер аҙға уйға ҡалам. Ниндәй ер тураһында һүҙ бара икән? - Инәй, ер тураһында бер аҙ аңлатыбыраҡ әйтегеҙ әле. Ниндәй ер кәрәк һеҙгә? (Шаярта биреп өндәшеп ҡуям) Ҡара ер кәрәкме? Әллә балсыҡлыраҡ булһынмы? Инәй бер аҙ аптыраулы ҡараштары менән миңә текләп тора бирә лә тағы йылмайып ебәрә. - Ер нимәгә кәрәк тип... шул өй һалырға инде, балам, өй һалырға. Ҡара ер булһа ла, балсыҡлы булһа ла, ташлыраҡ ер булһа ла бара. Ере генә булһын. Өйөн һалырбыҙ беҙ уны күмәкләп. Минең эштең айышына һаман төшөнә алмай ултырғанды аңланы булһа кәрәк инәй. - Һуң дәүләт күмәк балалы ғаиләгә бушлай ер бирә бит! Шуны юнләп йөрөйөм мин. Улымдың ваҡыты юҡ, килен йөрөй алмай. Бына хәҙер эштең айышына тамам төшөндөм. Инәй улы-киленен ҡайғыртып, ер юл Показать полностью...

