Әхмәр ағай әкәмәттәре — 12 сентября 2026 г. в 12:08:25.313
Әхмәр ағай әкәмәттәре Октябрҙең 50 йыллығы исемендәге скверҙан китеп барам. Ҡараһам, ҡаршыма Әхмәр менән Рәсүл ағайҙар килә ята. Ә скверҙа студенттарҙың физкультура дәресе бара ине, күрәһең. Улар старт һыҙығына баҫалар ҙа, уҡытыусылары һыҙғырыуы була, йән-фарманға йүгереп китәләр. Шуларҙың тапҡырына етеүгә, уҡытыусы йәнә һыбыҙғыһын сырылдатып ебәрҙе. Әхмәр ағай ҙа студенттар менән бергә уҡ кеүек алға ынтылды. Күҙ асып йомған арала, барыһын да артта ҡалдырып, эргәмә килеп тә етте. Мин, һоҡланыуҙан бигерәк, аптырап: "Әхмәр ағай, ҡайһылай шәп йүгерәһең", - тинем. Ул, тамағын ҡырып, күкрәген кирә бирҙе лә: https://tamasha-rb.ru/articles/satira-m-yumor/2026-09-12/hm-r-a-ay-k-m-tt-re-4810721

