Гүзәл арыны инде иренең еңел-елпе ҡылығынан. Йәне әсеп, ире килеп ингәс тә: — 7 августа 2026 г. в 09:35:09.365
Гүзәл арыны инде иренең еңел-елпе ҡылығынан. Йәне әсеп, ире килеп ингәс тә: – Булат, бөгөн нимә тип аңлатырһың? Күпме була инде, оялмайһыңмы? Ауыл урамына сығыр әмәл юҡ, һинең өсөн миңә оят. Кеше бит күрә, миңә алып килеп һөйләп торалар. Ҡасан туяң шул бисәңдән? Миңә, йөклө ҡатынға, тыныслыҡ кәрәк. Бәпәй тыбырға ваҡыт етеп килә. Мин ул ҡатындың барып сәсен бөртөкләйем, – тип иренә йән көскә ҡысҡырҙы. – Ҡаҡшаттың, ниндәй бисә? Мин өйгә ҡайтһам, ишек төбөнән талай башлайһың. Кеше ҡатындары ирҙәрен йылы аштар менән көтә, ә был... – тине Булат ҡысҡырып уҡ. – Ниндәй бисә, имеш! Һатыусы Зифа! Бар ауыл белә, мин генә белмәй тип уйлайһыңмы? Әле минең ҡолаҡтарым ишетә, күҙҙәрем күрә. Йә, юҡ, тип әйтерһеңме тағы? – тине асыуланып. – Эйе! Зифа – ул ысын ҡатын! Ул мин тип йән ата, ул һәр саҡ мине аңлай, кәрәк саҡта яҡшы кәңәш тә бирә, ҡурсалап та тора. Ә һин? Йәнһеҙ ҡурсаҡ! Бына һин – йәнһеҙ ҡурсаҡ. Мин арыным, сығып китәм. Үҙең ғәйепле барыһы өсөн дә, – тип Булат шкафты асып кейемдәрен сумаҙанға йыйнай башланы. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-08-07/ya-myshtar-an-u-mysh-yu-4775434

