– Гөлзифа! Гөлзифа тим! Һыу килтер, ауыҙ кипте! – Эскелектән һуң теле аңҡауына йәбешкән... — 7 августа 2026 г. в 09:21:07.443
– Гөлзифа! Гөлзифа тим! Һыу килтер, ауыҙ кипте! – Эскелектән һуң теле аңҡауына йәбешкән Хәйбулла ҡатҡан ирендәрен саҡ ҡыбырлатып башын ҡалҡытмай ғына ишек яҡ мөйөштә торған карауат яғына ҡарап ҡысҡырҙы. – Нимә унда өндәшмәйһең, телеңде йоттоңмо әллә?! Йоҡлап ятмайһыңдыр моғайын? – Яуап ишетелмәне. Тотонолоуы етеп, әҙ генә ҡуҙғалһаң да тауышланырға әҙер иҫке тимер карауат шығырламағас, мыштырҙап тороп ултырҙы, ситтәренә эрен ҡатҡан күҙҙәрен бысраҡ йоҙроҡтары менән тызығас, сипыҡ ҡарашы өй эсен һөҙҙө. Урын буш. Ундағы оҙаҡ ябыныуҙан төҫөн юғалтып өлбөрәгән, аша-төшә эс мамығы күренгән юрған яртылаш иҙәнгә һалынған, ҡолаҡсындай ғына яҫтыҡ та шунда ята. Ишек яғындағы мөйөштө ҡамап иҫке-моҫҡо таҡтанан арлы-бирле әтмәләнгән өкәлтәктәге быҙау, өйҙәге хәрәкәтте тойоп ҡойроғон шешкәйтеп тороп баҫты ла сөбөрләтеп иҙәнгә һарҡыта башланы. – Инәңде орайым!.. Тыума! – Ир ҡаты һүгенеп юрғанды өҫкә ҡайырҙы, яҫтыҡты мөйөшкә быраҡтырҙы. Өй эсендәге ауыр һыҡра еҫе тағы ла ҡуйыра төштө. Күнегелгән еҫ булһа ла, Хәйбулла нишләптер уҡшыны, ауыҙына эркелгән ҡара һыуҙы иҙәнгә ласҡылдата төкөрҙө. Кисә башҡа үткәрер әйбере булмағанға, келәттән сығарып, умраһынан ит сабып алып өй беренсә тиерлек йөрөнө, һуғым осоро булғанға үткәрә алманы. Аптырағас, яңғыҙы ғына көн иткән Баныу ҡарсыҡҡа боролдо. Унан да артығын һыға алманы, сей ҡомалаҡ бал сығарҙы һаран. Шуны ферма аҙбарының аулаҡ ерендә әшнәһе Зөфәр менән төпләгәйнеләр ҙә, бөгөн башы сатнап ярыла, түҙеп кенә тор. Уф!.. Шунда ғына Хәйбулла урындыҡ төбөндә йоҡлап ятҡан малайҙы шәйләне. – Кәрим, тор, нишләп бығаса йоҡо һимертеп ятаһың? Марш мәктәпкә! Һине әллә ҡасан киткәнгә һанап ултырам тағы. Башта түшәктәге ҡорамыш юрған һелкенде, шунан юрған аҫтынан өлтөклө йоморо баш күренде. Унан-бынан кейемен эҙләп табып кейенә башлаған малайына атай кеше йомошон ҡуша ла башланы: – Мәктәпкә сумкаңды илтеп ырғытырһың да иң тәүлә миңә тәмәке әпкилерһең, тартырға бөттө. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-06/ya-ylyp-b-tm-g-n-portret-4773760

