… Фәрит таксиҙан төшөү менән эш кейемдәре тултырылған тоғон бер яҡҡа, таҙа түшәк кәрәк-... — 7 августа 2026 г. в 07:21:11.786
… Фәрит таксиҙан төшөү менән эш кейемдәре тултырылған тоғон бер яҡҡа, таҙа түшәк кәрәк-ярағы һалынған юл сумкаһын икенсе яҡҡа атып бәреп, өлкәнәйә төшкән ата-әсәһенең “Иртәгә яҡһаң да була ине…“ тип мөңгөрләүенә иғтибар итмәй, лапаҫлыҡтан ҡоро имән түмәрҙәрен шарт-шорт яра башланы. Тамаҡ туҡ, юл кафеһында егеттәр менән тамаҡ ялғап алғайнылар, күңел көр – Хәйбуллала йәрәшелгән кәләше Гөлбиназ зар-интизар булып көтә. Көтһөн, уны был йортҡа туйлап килен итеп төшөрөргә күп ҡалманы инде – яңы йылға һанаулы көндәр ҡалды! Тиҙҙән Фәрит аҡ мунса мейесен ҡайын туҙы менән йәһәт кенә тоҡандырып, гөлтләтеп яғып та ебәрҙе. Ҡулы эштән бушаған егет утъяҡҡыс ҡырында бәйле торған Ракетаһына барып – этен иркәләп алды, өйҙән кисәге һурпаны сығарып ҡойоп эсерҙе. Эй, тоғро ла инде был эт, уның менән күпме урманға ҡуянға тоҙаҡ ҡорорға йөрөнөләр, йәй эҫеһендә бергәләп һыу инделәр, балыҡ тоттолар. Күҙе асылыр-асылмаҫ көсөк көйө алып ҡайтып, үҙе ҙурайтып алған Ракетаһы Фәриткә бигерәк ҡәҙерле шул. Һирәк-һаяҡ булһа ла район үҙәгенә юл төшкәндә супермаркеттан махсус эт аҙығы ла алып ҡайтып һыйлай ул дуҫын, хаҡы 300-400 һум тип икеләнеп тормай. Ә нимә, аҡсаны үҙе эшләй, ҡайһы бер шамтыр егеттәр кеүек ата-әсә елкәһендә ятмай. Физик культура уҡытыусыһына уҡыған Фәрит әрме хеҙмәтенән һуң мәктәптә эшләп ҡараны-ҡарауын. Эш хаҡының әҙлеге, отчет эштәренең күплеге, күпселек балаларҙың йүгереү-һикереү урынына кеҫә телефонынан айырыла алмай, уйы менән дәрестә әллә ҡайҙа йөрөүе, эштән ҡәнәғәтләнеү түгел, ризаһыҙ тойғолар уяныуы, егетте көнө-төнө интектереп, эштән үҙ теләге менән сығырға мәжбүр булды. Тиҙәйтелгән курстарҙы үтеп, быраулаусы ярҙамсыһы таныҡлығын алып Себер яҡтарына сыҡты. https://yaikrb.com/news/novosti/2026-08-06/i-ya-shy-tuy-nis-biktasheva-4773733

