Уны “рентген ҡулдар” тиҙәр. Эйе, тәнде ҡапшап ҡына, теге йәки был ағзаның хәл-торошон б... — 4 сентября 2026 г. в 02:32:10.707
Уны “рентген ҡулдар” тиҙәр. Эйе, тәнде ҡапшап ҡына, теге йәки был ағзаның хәл-торошон билдәләй, дөрөҫ диагноз ҡуя ул. Уның был һәләте үҙе бер мөғжизә төҫлө. Хәйер, 46 йыл кешеләрҙе массаж ярҙамында дауалаған, ысын мәғәнәһендә аяҡҡа баҫтырған. Ир-ат, нигеҙҙә, эс түбәнләү, быуын сығыу, баш мейеһенең һелкенеүе, ағзаларҙың ҡыҫылыуы, остеопороз, простата биҙенә бәйле проблемалар менән килһә, ҡатын-ҡыҙ түлһеҙлек, балаятҡының ретроверсияһы (торошо үҙгәреүе), эсәктәрҙең йәбешеүе һәм башҡа ғиллә менән мөрәжәғәт ҡыла уға. Түлһеҙлек проблемаһы менән килеп дауаланған күп ҡатындар бөгөн әсәй булыу бәхетенә ирешкән. Ҡайсаҡ, “Ирҙәре булдыра алмағанды мин бала яһап тик ултырам”, - тип көлөп тә ала ул. Мәскәү, Санк-Петербург, Екатеринбург, Силәбе, Магнитогорск һәм башҡа сит тарафтарҙан киләләр Гөлфирә апайға - https://tamasha-rb.ru/articles/khal-ym-auly-y-ilem-bayly-y/2025-06-12/uny-rentgen-uldar-ti-r-4275263

