– Сәғиҙә, ҡайҙа йөрөйһөң һин? Кил әле, ҡунаҡ менән таныш! – Үҙе Мәғәфүргә боролоп: – Ми... — 3 сентября 2026 г. в 18:53:10.603
– Сәғиҙә, ҡайҙа йөрөйһөң һин? Кил әле, ҡунаҡ менән таныш! – Үҙе Мәғәфүргә боролоп: – Минең ҡатыным ул, Сәғиҙә... – тине. Сәғиҙә тертләп китте, саҡ ҡына икеләнеп торғандан һуң, башын ғорур күтәреп, яҡын килде. Йөҙөндәге бер генә мускулы ла ҡыбырламаны уның, Мәғәфүрҙең ғәжәпләнеү, аптырау менән йылтлаған ҡарашын тыныс осратты. – Рәхмәт һеҙгә, ғүмерҙә онотмам! – тип Мәғәфүр ҡабаланды, моңһоу ҡарашы менән йылмайып хушлашты. Мәғәфүрҙең ат өҫтөндә ҡуҡаңлап, мәрәкә ултырып китеүен ҡарап тора биргәс, өҫтөнән ауыр йөк төшкәндәй, еңел тын алды. – Һиңә ни булды, Сәғиҙә? Кешенән ҡасмай торғайның, бөгөн юҡ эшеңде бар итеп ҡаҙаның янынан китмәнең? – тип Сәғиҙәнең күҙҙәренә ҡараны. Сәғиҙә, үҙенең ниндәй уйҙар тулҡынында йөҙгәнен белдермәй: – Бынау өҫ менән нисек кеше күҙенә күренәйем? – тигән булды. https://moradim.ru/articles/y-m-i-t/2026-09-03/k-sh-r-4801223

