Уҫал ғына күренгән оло йәштәге табип ҡатынға ялбарырға ла тура килмәне, «ах, сколько ва... — 7 сентября 2026 г. в 14:28:11.429
Уҫал ғына күренгән оло йәштәге табип ҡатынға ялбарырға ла тура килмәне, «ах, сколько вас таких молоденьких, нечего тут нищету разводить, сначала доучись, родишь еще, деревенские они крепкие» тип, аборт эшләтеүгә юлламаны яҙып та бирҙе. Дауаханала укол ҡаҙағас, йәне, әйтерһең дә, төпһөҙ күккә осто, тамуҡ уттарында янды. Бәләкәй генә буйлы, ап-аҡ йөҙлө йән эйәләре унан ҡат-ҡат,ниңә сабыйыңдың йәнен ҡыйҙың, уның бит шунса-шунса һанлы билдәһе бар, беҙ уны ни сәбәпле юҡ итергә тейеш, тип йәнә йәнен ғазап уттарына һалды... Айтуғаан!- тип йән әрнеүенә ҡысҡырған тауышына уянып китте Ләйсән, ҡылған ҡылығына үкенеүҙән күҙҙәренән субырлап йәштәр аҡты, тик һуң ине. Дауахананан хәлһеҙ генә килеп сыҡҡан ҡыҙҙы Айтуған ҡапҡа төбөндә ҡаршы алды. Ләйсәндең ҡайҙа киткәнлеген бүлмәләш ҡыҙҙарҙан белгән дә дауаханаға сапҡан, тик өлгөрмәгән. Егеттең күҙҙәрендә был көн Ләйсән һөйөү нурҙарын түгел, әрнеүле ғазап күреп, тағы бер ҡат тетрәнде. - Ниңә миңә был хаҡта әйтмәнең, Ләйсән? Ата-әсәйем күптән риза, никах уҡытып, гөрләтеп туй үткәрер инек, сабыйыбыҙ булыр ине. Мин бит һине шул тиклем яратам, ярата инем... Шундай ҡаты бәғерлеһеңдер тип уйламағайным, - тип үкһеп-үкһеп иланы егет.https://ejansura.ru/articles/common_material/2020-04-19/siren-e-e-340070

