ИКЕ УЛЫМ – ИКЕ ҠАНАТЫМ! — 8 сентября 2026 г. в 12:08:10.506
ИКЕ УЛЫМ – ИКЕ ҠАНАТЫМ! 62-се “Толпар” балалар баҡсаһы мөдире Гөлшат СОБХАНҒОЛОВАның ике улы махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә. Бер үк ваҡытта ике яуаплы эш: етәкселек эше менән бергә, ирекмәнлек эшен дә ойоштороп ҙур эштәр башҡарған көслө рухлы ҡаһарман ҡатындың яҙмаһын тәҡдим итәбеҙ. Улдарыбыҙ үҫеп буй еткерҙелəр. Өлкəн улыбыҙ Салауат Уссурийск ҡалаһында Рəсəй Ҡораллы Көстəренə хəрби хеҙмəткə саҡырылды. Бәләкәйҙән тырыш, ярҙамсыл, һəр эшкə яуаплы ҡараған улым əрме сафтарында ла һынатмай, тиҙ арала хеҙмəттəштəренең, командирҙарының ихтирамын яулап алды һәм ошо хеҙмəт иткəн ерендə контракт төҙөп тороп ҡалды. https://ashkadar.com/articles/y-m-i-t/2026-09-08/ike-ulym-ike-anatym-4806428

