Беҙ бәләкәй саҡтарҙа ямғыр ҙа ваҡытында яуа, ел дә талғын ғына иҫә ине... — 8 сентября 2026 г. в 11:22:11.373
Беҙ бәләкәй саҡтарҙа ямғыр ҙа ваҡытында яуа, ел дә талғын ғына иҫә ине... Иртәнге ҡояш нурҙары өй эсен иркәләй генә башлаған мәле. Ҡайҙандыр моң ағыла: " Тәҙрәңә төшкән ай нурҙары Һағыныу сәләмемде илтһәсе. Һөйөүҙәрем, моңло бер йыр булып, Күңелеңдә сыңлап үтһәсе. Әйҙә, иркәм, тын күл буйына..." Сәғәт етеме икән тип уйлап алам. Элек сәғәт иртәнге етелә радионан 20 минутлыҡ ҡына башҡортса концерт тапшыралар ине. Ҡояш нурҙарының төшөүенә самалап иртәрәк икәнен төшөнәм. Радио ла түгел был. Тауышынан таныйым: был йырҙы атайым йырлай. Тик уның моңло тауышы иртәрәк өҙөлдө... Тулыраҡ: https://ataisal.com/articles/k-el-t-ren-n/2026-09-08/atayym-4806262

