Хәтерҙәге ҡәҙерле минуттар: «Калинка-стоп» уйнаған бала саҡ.
Хәтерҙәге ҡәҙерле минуттар: «Калинка-стоп» уйнаған бала саҡ. Ауылдың үткән көндәрен, бала саҡ иҫтәлектәрен һәр кем үҙенсә һаҡлай. Кем өсөндөр ул — йылға буйында ҡаҙ бәпкәләре бағыу, кемгәлер — бесән осоро, ә беҙҙең өсөн — ике рәттән генә торған бер урамлы бәләкәй ауылыбыҙҙың киске уйындары. Бүлмәлә компьютер, ҡулда телефон булмаған ул бәхетле замандарҙа беҙҙе урам, йәнле аралашыу һәм үҙебеҙ уйлап тапҡан йәки өлкәндәрҙән өйрәнгән уйындар берләштерә ине. Шундай сағыу һәм урам тигәндә үк күҙ алдына баҫҡан уйындарҙың береһе — «Калинка-стоп». https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-06/h-ter-ge-erle-minuttar-4836856