Эшем ауыр булһа ла балалар хаҡына түҙеп, тормоштоң бөтә йөгөн үҙ елкәмә һалып тартырға ...
Эшем ауыр булһа ла балалар хаҡына түҙеп, тормоштоң бөтә йөгөн үҙ елкәмә һалып тартырға тырыштым: утыҙлаған һарыҡ бар, өс һыйыр һауам, уларҙы көтөүгә ҡыуам, ҡаршылайым, ишек алды тулы ҡош (ул етмеш өйрәкте нимәгә аҫраным икән – ирҙең ҡалала йәшәүсе дүрт апаһы өсөнмө?), өйҙәге ҡатын-ҡыҙ эшен дә бер үҙем башҡарам, ҡулға балта-сүкеш тоторға ла тура килә. Йылдың оҙон ҡышында кәртә тулы малды иртәле-кисле ҡарау, тиҙәген түгеү ҙә минең “изге бурыс”. Нисек өлгөргәнмендер – белмәйем. Балалар балалар баҡсаһынан сығып, мәктәпкә китте, мәктәбен дә тамамланы, береһе – институтҡа, икенсеһе училищеға уҡырға инде. Иттән, май-ҡаймаҡтан өҙмәнем, кеше араһында кәм-хур итмәйем тип кейемгә лә аҡса йәлләмәнем. Улар өйҙә булмағас, минең ир, өйгә әшнәләрен йыйып, эсеп-типтерә башланы. Мине “фәлән ир менән йөрөйһөң, төгән ир менән сыуалаһың” тип эскесе дуҫтарына ҡушып, ҡул күтәреүгә тиклем барып етте. https://ejansura.ru/articles/hikaya/2026-10-06/u-ay-variant-4836294