Һалҡын ҡышта Раушан өс көнгә ләм-мим юғалды. Ҡайҙа икәнен белгәс, Һандуғасы өн сығармай...
Һалҡын ҡышта Раушан өс көнгә ләм-мим юғалды. Ҡайҙа икәнен белгәс, Һандуғасы өн сығармай уны көттө. Дүртенсе кистә Раушан һуң ҡына ҡайтып инде. Һаман да шул бер балыҡ башын сәйнәп ҡысҡырынды ла, ишекте тибеп асып, кире сығып китте. Ишек алдында ла тынмай, һаман һөрәнләүен белде: – Һин – шайтан! Балаң да шайтан һинең! Ҡотолам мин һеҙҙән хәҙер! Ришатын йоҡларға һалып йөрөгәндә, Һандуғас, тәҙрә яғында ялҡын ялпылдағанын һиҙеп ҡалды. Эскүлдәктә генә, ҡулына сабыйын ҡосоп, сәсенең һәр бөртөгөнөң ағарғанын тоймай, йорттарының сарт-сорт янып бөткәнен ҡоро һын булып күҙәтте Һандуғас. Был ялҡында уларҙың ғаилә ояһы ғына түгел, ә уның йөрәгендәге һөйөүе лә янып, көлгә әйләнде. Ул мәлдә Раушандың да ажғырып аҡырынған тауышы туҡтаны. Бисараҡай, ҡапҡа терәүенә һырынып ҡына сүккән. Күҙҙәре лә һүнеп ҡалған… Уның йөрәге ярылып, йән биргәнен һуңынан ғына белделәр… https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-10-06/tatly-azap-4834883