Миләүшә Ҡаһарманова Интеллигент. Хикәйә
Миләүшә Ҡаһарманова Интеллигент. Хикәйә – Барсаһы шул һуғыштан ҡаса, һин нишләп эсенә инеп бараһың ул, улым? Ниндәй мөһөрө бар үҙеңдә Хоҙайҙың? Үпкәләп тә түгел, көйөп тә, рәнйеп тә бирмәне әсәһе уға был һорауҙы. Ҡурҡыуҙары йөрәге менән ҡуша янып бөтөп, көлгә ҡалған да, шул көл һиллеге булмышын яулаған бит инде уның күптән. Тик көлө йылы әле. Шул йылылыҡ ине аҡ төшә башлаған күҙҙәрҙә лә. – Әсәй, әйҙә, юл алдынан ултырып торайыҡ, – тине уға яуап итеп Салауат. Ҡарт әсә, ниндәйҙер уйынсыҡҡа үрелеп баҡҡан да, айырыла алмаған бесәй балаһылай эскерһеҙ булып төбәлгән уға. Тик яуап ала алмаҫын белә. Шуға ла ныҡышмай. Иламай ҙа ул. Йәшһеҙ генә эстән һыҡрай. Ҡартлыҡ касафатымы? Ә элек... Башта, тәүгеһендә... У-уй! Ер-һыу ағыҙырҙай буҙлап, ятып ҡайғырып... Ярар, уларын аҙағыраҡ та иҫләр, әле улын оҙатырға кәрәк. Тағы һуғышҡа китеп бара. «Йә, Хоҙай, – тип үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә ҡапҡа тышынаса эйәреп сыҡты Сәлимә. – Һуғышһыҙ илдән өсөнсөгә ут эсенә оҙатыуым. Минең ғүмергә еткәндер инде...» Тышта ялтыр машина көтөп тора ине. Эстәге ике ир ҙә ашығып төшөп ҡарсыҡҡа ҡуш ус һуҙып хушлашты, фатихаһын алды. Улының хеҙмәттәш егеттәре. Йыш киләләр ине, мунсаға ла, кәйеф-сафа ҡороп ултырыуға ла, эш-маҙарын да бергәләп атҡарып киткеләнеләр – үҙ кешеләр. Әле шул әсә менән улға ҡамасауламаҫҡа булып өйгә инмәй ултырыу-ҙарылыр. «Егеттәре» тиһә лә, сәстәре салланған, йөҙ-төҫтәре ярайһы тупаҫланған ир уртаһы улар. Тик Сәлимә өсөн һаман шул заман армияға оҙатҡан ун һигеҙ йәшлек малайҙар. Унда ла, вокзалда, әлеге Салауаты ҡолағына шыбырлағайны бит: – Әсәй, «малайҙар» тимә әле, хотя бы «егеттәр» тиген... ҡыҙҙар бар... Бәтәш! Кемдә нимә ҡайғыһы... Абайлабыраҡ ҡарап ебәрһә, ысынлап та, ҡыҙҙар күп икән шул: класташтары, ауылдаштары, райондаштары. Өс егетте өс төркөм итеп һырып алғандар, сырҡылдығы сығалар. Ул һаман бәпәй итеп ҡараған улы ла әлеге ҡыҙҙар ҡосағында. Кемеһе беләгенә аҫылынған, кемеһе биленән ҡосаҡлап уҡ һырынып тора. Ярай, класташтарын Сәлимә лә таный, улар шулай яҡын да, ти, ә бынау таныш булмаған ялбырбаштар нимә тип сат йәбешә икән? Шул ҡәҙәр күп ҡыҙ-ҡырҡынды беләме икән ни улы? https://yaikrb.com/news/novosti/2026-10-08/mil-sh-a-armanova-intelligent-hik-y-4839313