Бала сағымдағылай ҡапҡамды асып, бәпкә үләндәре үҫкән ишегем алдынан үттем. Әсәйемдең к...
Бала сағымдағылай ҡапҡамды асып, бәпкә үләндәре үҫкән ишегем алдынан үттем. Әсәйемдең калуштарын күргәс, оҙаҡ эҙләгән йән дауаһын тапҡандай ҡыуандым. Ниндәй рәхәтлек, ниндәй кинәнес! Ә бит күп тапҡырҙар сит яҡтарҙың зиннәтле, бай йорттарында булғыланым, кемдәре менән генә осрашманым… Әммә бөгөнгөләй илаһи хистәр яҡтылығы тойманым унда. Ҡот һаҡлаусыларым тип, һөйөп кенә үҫтерҙе беҙҙе әсәй. Имеш, беҙ уға йәшәү көсө биргәнбеҙ. Әлбиттә, элегерәк был һүҙҙәрҙең айышына тулыһынса төшөнмәгәнмен. Хәҙер үҙем атай… Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, ни генә эшләһәм дә, күңелем тыныс булманы ошоғаса. Ҡулың һынһа, еңеңә йәшер, тигән кеүек, бикләнем үҙемде үҙ эсемә. Йәшем бейеклегенән фекер йөрөтөр мәлгә еткәс, ағайым тураһында уйлауҙан бер ваҡытта ла туҡтағаным булманы, тик һуңғараҡ ҡалдым шикелле… Беҙ – игеҙәктәр. Ағай тигәс тә, минән бер нисә минут ҡына алдан тыуған ул яҡты донъяға. Нисәмә йылдар үткәс, тыуған тупһама аяҡ баҫтым… Нисек осрашырбыҙ?.. Нисек аңлашырбыҙ?.. …Күп тә үтмәй, миңә ҡаршы сыҡҡан әсәйемдең тауышы ишетелде. “Өнөм дә, төшөм дә буталып бөттө, балаҡайым... Ниндәй елдәр ташланы? Ҡайҙа килен, балалар? Көтә, көтә, ни уйларға ла белмәйем… Хәҙер инде, бер аяғым бында, икенсеһе тегендә, тигәндәй”, – тине лә, күҙен яулыҡ осо менән һөртөп, ҡулдарымдан һөйөп алды. Әсәйемде эйелеп ҡосаҡлап, оҙаҡ торҙом. Ул шул хәтлем кесерәйгән – шау һөйәк… Ирекһеҙҙән, күңелем йомшарҙы, күҙгә йәштәр эркелде. Күпме борсолоуҙар, хәсрәт-ҡайғылар алып килдем мин һиңә, әсәкәйем! Эй, ул ғынамы һуң?!. Күпме торғанмындыр үҙ уйҙарыма бирелгән килеш… Әсәйем һаңғырау, кесе тауыш менән: “Һыуға төшкән балыҡ һымаҡ юҡ булғайның, Хызыр Ильяс булып ҡына килеп индең… Әйҙүк, түрҙән уҙ, үҙ нигеҙеңә ҡайттың бит. Фатихам икегеҙгә лә берҙәй киң. Күрмәй китермен инде, тип уйлағайным, Хоҙай Тәғәләм ишеткәндер”, – тип бышылданы. Түҙемһеҙләнеп: – Ағайым ҡайҙа? – тинем. - https://tamasha-rb.ru/articles/obshchestvo/2022-04-03/f-it-a-ay-hik-y-2754720?utm_campaign=119242692&utm_medium=social&utm_source=vk