... Иң яманы, әсәйем ҡан һурмай йәшәй алмай. Ул сир хәҙер миндә лә үҙен һиҙҙертә башлан...
... Иң яманы, әсәйем ҡан һурмай йәшәй алмай. Ул сир хәҙер миндә лә үҙен һиҙҙертә башланы. Үлтереп башым сатнай, эсем ауырта. Инде икенсе тапҡыр. Әсәйем мине бәләкәй генә бесәй балаһына әйләндереп ҡотҡарып ҡала. Ай тулған мәлдә өс көн дауам итә был хәл. Әсәйем бөтөнләй шаша ул көндәрҙә. Бер ай үткәс йәнә ҡабатлана. Шул көндәрҙә ҡояшҡа сығырға, яҡтыла күренергә лә ярамай – зәһәрле ҡан ҡайнай, яна һымаҡ. Әсәйем ҡайнаған ҡанын албаҫтыға әйләнеп, төндәрен меҫкен ирҙәрҙе һәләк итеп баҫа. Элек ундайҙарҙы тереләй утта яндырғандар, ергә күмгәндәр, һыуға батырғандар, әммә улар барыбер терелеп, үҙенең ҡанлы һунарына сыҡҡан. Бына бөгөн дә ай тулы, әсәйемде йоҡо алмай – ҡайҙалыр йөрөй, йәш ир-ат ҡаны эҙләй. Беҙҙең көстән-теләктән өҫтөнөрәк нәмә был. Нәҫелебеҙҙә бөтө ҡатын-ҡыҙҙар шундай ҡәһәрле албаҫты булған, күпме ир-егетте һәләк иткән улар. Хәйер, ниндәйҙер сир бит ул: әсәйем әйтә, беҙҙең ҡанда бер ҡатмарлы формулалы аҡһым етмәй, ти. Шул аҡһымды беҙ тере ҡан һурып алабыҙ һәм бер айға тынысланып ҡалабыҙ. Нәҫелебеҙҙә ҡыҙҙар үҫеп етеп, айлыҡтары тула башлаһа – бәлә! Күпмеһен үлтереп ҡарағандар, файҙаһыҙ – ер аҫтынан килеп сығабыҙ! Киләсәктә донъяны беҙ баҫып алһаҡ – ахырзаман буласаҡ ул. Беҙҙе ҡан тәмләгәнсе үлтерергә кәрәк, ә аҙаҡтан – һуң! .. https://gazeta-toratau.ru/articles/rubrika-7/2026-07-29/ay-yrbat-an-utary-el-ene-4764652