📍Ҡыҫыр ҡайнаға
📍Ҡыҫыр ҡайнаға Тәненең һәр күҙәнәген биләп алған мөлдөрәмә тулы татлы хисте сайпылтыуҙан ҡурҡып, ҡымшанмай ятты Әлиә. Һәүетемсә генә барған тормошона, ҡапыл күкте ярып ялпылдаған йәшен ҡамсыһындай үтеп ингән баҙлауыҡ яҡтылыҡ, өр-яңы мәғәнә, көтөлмәгән һөйөнөс өҫтәр тип башына ла килтермәгәйне. Хатта иренә бер ни белдермәне ҡатын. «Утыҙ ике теш араһынан сыҡҡан утыҙ ике ауылға тарала», - тиҙәр, серенең сиселеүенән, ымһындырғыс татының бөтөүенән, оло һөйөнөсөнөң ябай һүҙгә әйләнеүенән айбанды. Әммә оҙаҡ йәшерер әйбер түгел, бөгөн, тап бөгөн ҡыуандырыр ул Мансурын. …Уның хуш еҫле бал ҡушып рәхәтләнеп сәй һемергәнен ирен ауыҙ сите менән йылмайып, сабыр ғына көтөп алды Әлиә. Рәхмәт әйтеп, сынаяғын түңкәргәс кенә, ире өҫтәл артынан тороп китмәҫ элек тип, әйтеп ҡалырға ашыҡты. -Ҡара әле, Мансур, мин һиңә бәпәй алып ҡайтырмын, ахыры. -Ысынмы?- Торорға ынтылған Мансур был хәбәрҙе ишетеп кире урынына ултырҙы. -Эйе. Икенсе ай китте инде. -Ә ниңә минең менән кәңәшләшмәйсә, тота килеп…Әлән-борхан эшләй торған эшме ни?!- Мансурҙың йөҙө боҙолоуын күреп, Әлиә үҙен кесерәй-гәндән-кесерәйә барып, йомарланып, энәләрен тырпайтып, йомғаҡҡа әйләнгән терпегә оҡшатты. Дауамы https://kungak.ru/news/literature/2026-10-10/y-yr-ayna-a-hik-y-4840561