...Беренсе курсты тамамлап килгәндә ҡыҙҙар менән күмәкләп беренсе тапҡыр “пятачок”ка сы...
...Беренсе курсты тамамлап килгәндә ҡыҙҙар менән күмәкләп беренсе тапҡыр “пятачок”ка сыҡҡанбыҙ. Күмәк йәштәр араһында үҙебеҙҙе тәүҙә уңайһыҙыраҡ тойһаҡ та, бер аҙҙан өйрәнеп киттек. Гармунға туйғансы бейеп, ауыл клубын һағыныуҙы баҫып, төн һыҙылғас, ятаҡҡа ҡайтырға сыҡтыҡ. Шул саҡ ситтәрәк, ағастар араһында гитара моңо ишетелде. Бер өйкөм егеттәр ултырған, ә уртала... Гитара уйнап йырлаған был егеткә бер күреүҙән ғашиҡ булдым... Ошо мәлдән минең тормошомда һөйөүле, ҡанатлы, илаһи, бик-бик бәхетле миҙгел башланды. Гитарасы егет, моңло, һағышлы, шул уҡ ваҡытта ғәжәп хыялға бай, тырыш, ныҡышмал Таһирҙың беренсе ҡарашынан уҡ барыһын да тойҙом. Бер-беребеҙҙе күптән эҙләгән йәндәр инек беҙ... Салауат майҙанындағы моңло кистәр, һәйкәл янынан алыҫ-алыҫҡа, ҡыҙарған офоҡҡа ҡарап хыялға батыуҙар, гармунға күмәкләшеп бейеү, бер-беребеҙҙе ныҡ яратҡанғалыр – көнләшеп үпкәләшеп алыу... Таһирҙың йырҙарын ҡыҙҙар менән гел бергәләшеп ултырып тыңлар инек. Онота алмам инде күҙҙәреңде, Онот тиеп әйткән һүҙҙәреңде... Шул осорҙағы йәштәрҙең һәр береһе тиерлек белгән “Ҡышҡы йәйғор” йырҙары ғәжәп һағышлы, йөрәккә үтеп инер ине. Таһир башҡарыуында уларҙы тап үҙемә, икебеҙгә бағышланған кеүек ҡабул итер инем. Һәм... шулай булып сыҡты ла. Һиңә тиеп тәүге тапҡыр Ал сәскәләр мин өҙгәйнем, Һинең өсөн, һөйөү өсөн Мин ҡайтырмын тигәйнем... Һуңғы кистә, ниңәлер, ошо йырҙы ҡабат-ҡабат йырлап хәрби хеҙмәткә китте һөйгәнем. Һәм... https://tamasha-rb.ru/articles/common_material/2026-03-25/aman-yaratam-4627288