Башҡортостанға Оман дәүләтенең Сохар университеты ғалимдары килде — 22 июня 2026 г. в 19:00:01.915
Башҡортостанға Оман дәүләтенең Сохар университеты ғалимдары килде Сит ил вәкилдәре Өфө фән һәм технология университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты менән танышты, артабанғы хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе. Факультетта ғәрәп теле уҙған быуаттың 80-се йылдарынан өйрәнелә. Осрашыуға ғәрәп һәм инглиз телдәре йүнәлешендәге студенттар саҡырылды.

