Синоптиктар республикала һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуын фаразлай — 22 июня 2026 г. в 18:47:00.633
Синоптиктар республикала һауа торошоноң тотороҡһоҙ булыуын фаразлай Ямғырҙар дауам итә. Алдағы көндәрҙә республикала аяҙлы-болотло, урыны менән ямғырлы һауа торошо көтөлә. Һуңғы тәүлектә көслө ел-дауыл эҙемтәләренән Башҡортостанда 54 ауылда ут һүндерелә. Яуаплы ведомстволар ярҙамы менән байтаҡ биләмәләрҙә электрэнергияһы ебәрелә, шулай ҙа 10 ауылда ремонт эштәре дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

