Өфөлә Нурулла Сафин һәм Александр Доставаловҡа бюст асылды — 22 июня 2026 г. в 18:20:00.756
Өфөлә Нурулла Сафин һәм Александр Доставаловҡа бюст асылды Бөгөн Хәтер һәм ҡайғы көнөндә Өфөлә Советтар союзы Геройы Нурулла Сафин менән Рәсәй Геройы Александр Доставаловҡа бюст асылды. Киров районының йәш армиясылар скверында тантаналы митингта илебеҙ именлеге өсөн төрлө йылдарҙа ҡаһарманлыҡ күрһәткән батырҙар хәтере мәңгеләштерелде.
40 просмотров

