Радий Хәбиров Затон күперен ремонтлау эштәрен тиҙләтергә ҡушты — 22 июня 2026 г. в 18:06:45.743
Радий Хәбиров Затон күперен ремонтлау эштәрен тиҙләтергә ҡушты Әгәр күперҙе рәтләмәгәндә, тиҙҙән Өфө тығындарҙа торасаҡ. Радий Хәбиров Затон күперен төҙөкләндереү эштәрен тиҙләтергә ҡушты. Ҡоролма кисекмәҫтән ремонт талап итә. Бының өсөн иҫке күперҙе тулыһынса ябырға тура киләсәк. Ваҡытлыса ауырлыҡтар буласаҡ, әммә башҡаса мөмкин түгел, тине төбәк башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә.

