Йәмәғәтселек«Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү барышы менән танышты — 29 июня 2026 г. в 18:55:00.427
Йәмәғәтселек«Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү барышы менән танышты Бөгөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм журналистар «Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү барышы менән танышты. Иман йортонда әле тышҡы яҡтан биҙәкләү, инженер селтәрҙәре һуҙыу, яҡтыртыу ҡоролмаларын беркетеү, беренсе ҡатты сафҡа индереү бара. Йәғни, эш йәнләндерелгән, мәсет айлап түгел, көнләп үҙгәрә тип әйтергә мөмкин. Ә объектта төҙөлөш бөтөнләй туҡтаған мәлдәр ҙә була.

