Башҡортостан ғалимдары башҡортса яһалма зиһенде үҫтерә — 29 июня 2026 г. в 18:45:00.449
Башҡортостан ғалимдары башҡортса яһалма зиһенде үҫтерә Ул башҡортса текстар яҙа, тәржемә итә, һүрәт төшөрә.. Әммә күҙгә күренмәгән аң был эштәрҙе дөрөҫ һәм теүәл башҡарһын өсөн уның үҙенә ярҙам кәрәк. Һүҙебеҙ яһалма зиһен тураһында. Тормошобоҙға яңы килеп ингән был мәғлүмәт технологияһын башҡорт теленә яраҡлаштырыу һәм камиллаштырыу өҫтөндә Башҡортостан ғалимдары эшләй.

