Владимир Путин «Берҙәм Рәсәй» съезында төп бурыстарҙы билдәләне — 29 июня 2026 г. в 10:09:37.862
Владимир Путин «Берҙәм Рәсәй» съезында төп бурыстарҙы билдәләне Властар мотлаҡ илдең һәм граждандарҙың именлеген, шулай уҡ «оҙайлы тарихи перспективаға» Рәсәй сиктәренең ныҡлығын тәьмин итәсәк. Был хаҡта Владимир Путин Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының егерме өсөнсө съезында белдерҙе. Ул дәүләт иҡтисадын яңы кимәлгә сығарыу, атап әйткәндә, торлаҡ һәм юл төҙөүҙе дауам итеү, эш урындары булдырыу, бизнесҡа ярҙам итеү пландары хаҡында әйтте.

