Башҡортостанда һайлауға әҙерлек һәм йылытыу миҙгеле мәсьәләләре ҡаралды — 6 июля 2026 г. в 18:18:35.295
Башҡортостанда һайлауға әҙерлек һәм йылытыу миҙгеле мәсьәләләре ҡаралды Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һайлауға әҙерлек башланды. 18-20 сентябрҙә республикала шулай уҡ «Ҡыҙыл» округы буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға, Өфө ҡала советына һәм урындағы үҙидара органдарына депутаттар һайлана. Сәйәси кампанияға әҙерлек тураһында бөгөн Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә һүҙ барҙы. Дүшәмбе кәңәшмәһендә Сәләмәтлек үҙәктәренең эшмәкәрлеге, коммуналь хеҙмәттәрҙе йылытыу миҙгеленә әҙерләү барышы ла ҡаралды.

