Өфөлә хайуандарға ҙур ярҙам үҙәген төҙөү өсөн аҡса йыйыу башланды — 6 июля 2026 г. в 11:00:02.684
Өфөлә хайуандарға ҙур ярҙам үҙәген төҙөү өсөн аҡса йыйыу башланды Хәйриә сараһы баш ҡала клубтарының береһендә үтте. Бында килеүселәр проект менән яҡындан танышты. Эт-бесәйҙәр өсөн тәғәйенләнәсәк объект төҙөлөшөнә 50 миллион һум аҡса талап ителә. Ул вольерҙар, ветеринария клиникаһы һәм персонал өсөн йәшәү урындарын үҙ эсенә алыр тип көтөлә.
112 просмотров

