Өфөлә БДБ илдәренең һалым хеҙмәттәре вәкилдәре йыйылды — 6 июля 2026 г. в 09:47:49.800
Өфөлә БДБ илдәренең һалым хеҙмәттәре вәкилдәре йыйылды Барлыҡ ҡарарҙар һәм процестар үҙәгендә клиент. Өфөлә Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренең һалым хеҙмәттәре эшенә тап ошо идара итеү стратегияһын индереү буйынса эшсе төркөм ултырышы башланды. Эшлекле программа 11 июлгә тиклем дауам итә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡунаҡтарҙы сәләмләп, Халыҡ-ара кимәлдәге сараның һөҙөмтәле һәм юғары кимәлдә үтәсәгенә ышаныс белдерҙе.

