Бөгөн журналист һәм яугир Рафиҡ Әхмәтшинға 50 йәш — 6 июля 2026 г. в 05:33:14.218
Бөгөн журналист һәм яугир Рафиҡ Әхмәтшинға 50 йәш Рафиҡ Үзбәк улы 20 йылдан ашыу БСТ телеканалында эшләне. Уның репортаждары халыҡ араһында ҙур танылыу алды. Һөнәрҙәшебеҙ рөхсәтһеҙ таш сығарыу мәсьәләһенә арналған материалдар шәлкеме өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ булды. Рафиҡ Әхмәтшин мәшһүр генерал Миңлеғәли Шайморатовтың исемен мәңгеләштереүгә тос өлөш индергән кешеләрҙең береһе. Донбасҡа барып, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһы үткән юлдан йөрөнө, репортаждар әҙерләне. 2023 йылда коллегабыҙ Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөп, фронтҡа юлланды. Бөгөн ул “Башҡортостан” мотоуҡсылар полкында хеҙмәт итә. “Журналист” ҡушаматын алған. Рафиҡ Әхмәтшиндың коллегалары һәм яҡындары 50 йәшлек юбилейы уңайынан бүләк әҙерләгән. Уның “Башҡортостан” полкы яугирҙарына арналған яҙмаларынан торған “Ил улдары Ватан һағында” тигән китап сығарған.

