Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараты һөжүменән зыян күргән йортта төҙөкләндереү эштәре дауам итә — 28 июля 2026 г. в 18:20:01.533
Өфөлә пилотһыҙ осоу аппараты һөжүменән зыян күргән йортта төҙөкләндереү эштәре дауам итә Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, апрель башында Ғафури урамы, 54-се йорт адресы буйынса урынлашҡан күп ҡатлы йортҡа дошман БПЛА-һы һөжүменән янғын сыҡты. Әле эшселәр 10-11-се ҡаттағы ике фатирҙы тәртипкә килтерә. Бүлмәләрҙә демонтаж эштәре башҡарылған, стеналарҙы тигеҙләп штукатурка һалыу күҙаллана, электр линиялары яңыртыла.

