Әбйәлил районы үҙәгендә ике «Башнефть» заправкаһы ла тулы ҡеүәттә эшләй башлаған — 28 июля 2026 г. в 18:10:27.771
Әбйәлил районы үҙәгендә ике «Башнефть» заправкаһы ла тулы ҡеүәттә эшләй башлаған Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк хакимиәте башлығы Айрат Әминев хәбәр иткән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, заправкаларға оҙайлы сират республиканың башҡа төбәктәрендә кеүек Асҡарҙа ла күҙәтелде. Проблеманы хәл итеү өсөн Айрат Әминев Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа ярҙам итеүҙе һорап мөрәжәғәт иткән.

