Өфөлә «Геройҙар әсәләре» өсөн хәйриә акцияһы ойошторолдо — 27 августа 2026 г. в 10:00:03.830
Өфөлә «Геройҙар әсәләре» өсөн хәйриә акцияһы ойошторолдо Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың әсәйҙәре, яҡындары, ирекмәндәр, өсөнсө быуын университетына йөрөүселәр Ағиҙел буйлап бер теплоходта йөҙҙө. Хәйриә акцияһы Өфөнөң Ленин районы хакимиәте һәм Суднолар ремонтлау-суднолар төҙөү заводы башланғысы менән ойошторолдо. Ҡунаҡтар йылғанан баш ҡаланың матур күренештәрен күҙәтте, йырланы, бер- береһе менән аралашты.

