Оксана Лут Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы үҫешен юғары баһаланы — 26 августа 2026 г. в 18:15:19.703
Оксана Лут Башҡортостандың агросәнәғәт комплексы үҫешен юғары баһаланы Башҡортостан-ҡеүәтле ауыл хужалығы төбәге. Һуңғы йылдарҙа тармаҡ күрһәткестәренең тотороҡло үҫеше күҙәтелә. Был турала Рәсәйҙең ауыл хужалығы министры Оксана Лут республика башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе. Эшлекле программаға ярашлы, төбәктең агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт һәм ведомство наградалары тапшырылды. Шулай уҡ федераль министр фән һәм юғары белем өлкәһендәге ҡаҙаныштар менән танышты.

