Өфөлә Ленин исемендәге паркта реконструкция тамамлана — 2 сентября 2026 г. в 11:19:27.095
Өфөлә Ленин исемендәге паркта реконструкция тамамлана Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр планға ярашлы бара һәм бер айҙан теүәлләнергә тейеш. Яңыртылған биләмәне Республика көнөнә асыу планлаштырыла. Был парк 7 гектар ярым майҙанды алып тора. Ул 19-сы быуаттың икенсе яртыһында булдырылған. Тәүҙә Ушаков паркы тип йөрөтөлә.

