Рәсәйҙә йорт хайуандарын теркәү ҡағиҙәләре һәм ваҡыты үҙгәреүе мөмкин — 2 сентября 2026 г. в 11:09:29.188
Рәсәйҙә йорт хайуандарын теркәү ҡағиҙәләре һәм ваҡыты үҙгәреүе мөмкин Халыҡтан мөрәжәғәттәр күп булған. Вице-премьер Дмитрий Патрушев тейешле ведомстволарға был мәсьәләне ентекле өйрәнергә ҡушты. Теркәү процесында урындағы халыҡ, профилле ойошмалар тәҡдимдәре лә иҫәпкә алынасаҡ. 2023 йылдан алып илдә йорт хайуандары теркәлә. Тәүҙә эре мал, аттар һәм сусҡа иҫәпкә алынды. 2025 йылда ҡуян, бал ҡорттары теркәлде. Хәҙер ҡоштарға сират еткән. Яңы ҡағиҙәләр буйынса 1 сентябрҙән йорт ҡоштары 10 баштан күберәк булһа, иҫәпкә ҡуйылырға тейеш.

