Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университеты абитуриенттар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы — 2 сентября 2026 г. в 10:45:01.918
Быйыл Башҡорт дәүләт медицина университеты абитуриенттар һаны буйынса рекорд ҡуйҙы Улар иҫәбендә - ике ике 100 балл, 31 100 балл йыйыусы һәм 4 олимпиада еңеүсеһе һәм призерҙары. Белемгә ынтылыусы һәм һәләтле беренсе курс студенттары менән Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры Валентин Павлов осрашты. Йәштәр юғары уҡыу йорто етәксеһенә ҡыҙыҡлы һорауҙар яуҙырҙы, ентекле һәм аныҡ яуаптар алды. Беренсе курс студенттары юғары уҡыу йортоноң белем биреү системаһы һәм ҡаҙаныштары менән танышты.

