Өфөлә Ленин паркындағы музыкаль фонтандар Республика көнөндә асыласаҡ
Өфөлә Ленин паркындағы музыкаль фонтандар Республика көнөндә асыласаҡ Радий Хәбиров Өфөләге Ленин паркында буласаҡ музыкаль фонтандарҙы видеоға төшөрөп, социаль селтәрҙәге сәхифәләренә ҡуйған. Улар яҡтыртыу системаһы менән тәьмин ителгән. Төбәк етәксеһе йәмәғәт биләмәһенең Республика көнөндә асылыуын да хәбәр иткән.