Иглин районында быйылғы һайлауҙа 53 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә
Иглин районында быйылғы һайлауҙа 53 меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә Район үҙәгендә генә һайлаусылар уңайлығы өсөн 11 һайлау участкаһы ойошторолған. 2013-се һайлау участкаһында 2800-ҙән ашыу һайлаусы иҫәпләнә. Улар араһында райондың почетлы гражданины Людмила Кухтина ла бар. Ғәҙәттәгесә, һайлауҙа өлкән быуын вәкилдәре ҙур әүҙемлек күрһәтә. Күптәр һайлау участкаларына ғаиләләре менән килә.