Башҡортостанда өс көнлөк һайлау башланды
Башҡортостанда өс көнлөк һайлау башланды Бөгөн Дәүләт Думаһына өс көнлөк һайлау старт алды. Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайға ла өҫтәмә депутаттар һәм муниципаль һайлауҙар үтә. Иртәнге сәғәт 8-ҙән асылған һайлау участкаларында айырыуса республиканың ауыл райондарында йәшәүселәр әүҙемлек күрһәтә. «Торатау» конгресс-холында 18, 19 һәм 20 сентябрҙә уҙасаҡ сәйәси кампания барышын яҡтыртыу буйынса Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй.