Башҡортостанда «Бала саҡты ҡайтарыу» фестивалендә Рәсәйҙең 14 төбәгенән балалар ҡатнаша
Башҡортостанда «Бала саҡты ҡайтарыу» фестивалендә Рәсәйҙең 14 төбәгенән балалар ҡатнаша Башҡортостанда Волга буйы федераль округының «Бала саҡты ҡайтарыу» фестивале үтә. Быйыл етенсе тапҡыр ойошторолған сараның темаһы — «Рәсәй халыҡтары дуҫлығы». Сарала Рәсәйҙең 14 төбәгенән етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 10 йәштән 18 йәшкәсә балалар ҡатнаша. Программаға «Бала саҡ йондоҙҙары», «Оҫталар», «Кулинар оҫталыҡ», «Волга буйы спорт олимпы», «Аҡыл палатаһы», «Геройҙар ярышы» һәм «Медиа» конкурсы ингән. Бөгөн конкурсанттар үҙен тәмле ярышта һынаны.