Башҡортостанда һайлауҙың икенсе көнөндә һайлаусыларҙың 54,64 проценты тауыш биргән
Башҡортостанда һайлауҙың икенсе көнөндә һайлаусыларҙың 54,64 проценты тауыш биргән Бөгөн Башҡортостанда Дәүләт Думаһына һәм урындағы власть органдарына һайлауҙың икенсе көнө үтте. Һайлау һөҙөмтәләре буйынса 9-сы саҡырылыш Дәүләт Думаһы составы формалаша. Парламентарийҙарҙы партия исемлеге һәм бер мандатлы округтар буйынса һайлайҙар. Бер үк ваҡытта 28-се Ҡыҙыл округы буйынса Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мандат яҙмышы хәл ителә, шулай уҡ Өфө ҡала советы һәм ҡайһы бер район-ауыл биләмәләрендә власть органдары составы яңыртыла.